«Медиалогия» компанияһы 2017 йыл өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын баҫып сығарҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы йәнә алдынғылығын раҫланы һәм Башҡортостанда өҙөмтә килтереү буйынса тәүге 20 киң мәғлүмәт сараһы исемлегендә беренсе урын алды.
Республика мәғлүмәт агентлығының цитата килтереү индексы 713, 86 тәшкил иткән (2016 йылда – 343,76, 2015 йылда – 184,74). Алдынғы мәғлүмәт ресурстары араһында икенсе урында – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы (402,47), өсөнсөлә – Mkset.ru интернет-ресурсы (274,62).
Рейтингка республиканың киң мәғлүмәт саралары ингән. Рейтинг «Медиалогия» системаһына ингән 43 300 киң мәғлүмәт сараһы: телевидение, радио, гәзиттәр, журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет – киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән. Рейтингты иҫәпләгәндә яңылыҡ агрегаторҙары һаналмаған. Тикшереү осоро: 2017 йылдың 1 ғинуарынан – 31 декабренә тиклем. Республиканың 20 алдынғы өҙөмтә килтереү саралары менән бында танышырға мөмкин.