Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Ғинуар 2018, 11:32

2018 йылда Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына 21 объект төҙөү күҙаллана

2018 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына 21 объектты төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы тамамлау күҙаллана. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтендәге кәңәшмәлә хөкүмәт вице-премьеры — Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев хәбәр итте.

Йыл дауамында Стәрлетамаҡта — 1225 һәм Баҡалы ауылында 825 уҡыусылыҡ белем усаҡтарын төҙөүҙе тамамлау ҡаралған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала «Башҡортостандың йөҙ йыллығына — 100 яңы объект» күләмле төбәк проекты тормошҡа ашырыла. 2019 йылға, Башҡортостан Республикаһының юбилейына, төбәктә 106 объект: 18 балалар баҡсаһы, 17 мәктәп, тәрбиәүи, мәғариф, социомәҙәни учреждениеларҙы берләштергән 13 комплекслы объект, 7 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 5 мәҙәниәт йорто, 4 бассейн, 4 боҙ һырғалағы һәм башҡалар төҙөлөргә, ремонтланырға тейеш.

Һәр муниципалитетта берҙән кәм булмаған социаль төҙөлөш объектын булдырыу күҙ уңында тотола, уларҙың дөйөм хаҡы 40 миллиард һумдан ашып китә.

Республика хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, ошо исемлектәге 14 объект сафҡа индерелгән дә инде: улар – Бүздәк, Ғафури, Дәүләкән, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында 5 балалар баҡсаһы, Өфөнөң Киров, Дим райондарында һәм Нуғай ауылында 3 мәктәп һәм башҡалар.

«Башинформ»дан.

Читайте нас