Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
29 Ғинуар 2018, 07:24

Ҡариҙел районы Абыҙ ауылында мәктәп менән балалар баҡсаһы төҙөлә

Объектты күтәреү 2016 йылдың октябрендә башланғайны. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында туҡталып торҙо. Үткән йылдың 4 сентябренән яңы торгтар ойошторолғандан һуң был эшкә “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тотондо.

Объектты күтәреү 2016 йылдың октябрендә башланғайны. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында туҡталып торҙо. Үткән йылдың 4 сентябренән яңы торгтар ойошторолғандан һуң был эшкә “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тотондо.

— Эште төҙөлөп бөтмәгән фундаменттан башлағайныҡ, артабан иҙән таяуҙары ҡуйҙыҡ. Әле мәктәптең һәм йыйылыштар залының стеналарын һалыу эше тамамланыуға табан бара. Тиҙҙән түбәнең металл конструкцияһын монтажлай башлайбыҙ. Объектта етешәр кешенән торған дүрт бригада эшләй, дүрт кран, бер тейәгес, “Кармикс” миксер-бетон иҙгес йәлеп ителгән, кәрәкле төҙөлөш материалдары килтерелгән, — тип һөйләй участка бригадиры Филүс Әхмәҙишин.

— Эске эштәр өсөн дә материалдар әҙер. Пластик тәҙрәләр ҡуйыуҙың беренсе этабы тамамланды, хәҙер ишектәрҙе ҡуйырға кәрәк. Дүрт ойошманан белгестәр: электромонтажсылар, сантехниктар, түбә ябыусылар, фасадсылар килергә тейеш, — тип һүҙгә ҡушыла прораб Алмаз Әхмәтшин.

Яңы мәктәп төҙөлөп бөткәнсе уҡыусыларға Ҡариҙел 1-се мәктәбенә йөрөп уҡырға тура килә. Уларға белем усағы асыласаҡ шатлыҡлы көндө көтөргә бик күп тә ҡалмай. 2018-2019 уҡыу йылы башына 108 уҡыусыға иҫәпләнгән туғыҙ йыллыҡ мәктәпте һәм 90 урынға балалар баҡсаһы комплексын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Читайте нас