Ҡашҡала янғын һағы депоһы һәм машинаһы буласаҡ. Граждандар йыйылышында урындағы ауыл биләмәһе халҡының күпселеге бының өсөн тауыш бирҙе. Ауыл биләмәһе территорияһында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһе иң мөһиме булып тора. Булған техника иҫкергән, янғын һағы депоһы булып хеҙмәт иткән совхоз гаражы күптән инде яраҡһыҙға әйләнгән.