Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Ғинуар 2018, 06:33

Асҡында сүптәрҙе сорттарға бүлеү узелы буласаҡ

Районыбыҙ Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша. 2016-ла — ун, ә уҙған йылда һигеҙ проект еңә. Быйыл ошо программала 13 ауыл биләмәһе ҡатнаша. Асҡын ауылында күпселек тауыш менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға бүлеү өсөн станция урынлаштырырға ҡарар ителде. Сүптәрҙе сорттарға бүлеү узелы район өсөн иң киҫкен проблемаларҙың береһе — рөхсәтһеҙ сүплектәр һәм ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү мәсьәләһен хәл итәсәк. Конкурста еңгән осраҡта был станцияны ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытлыса һаҡлау полигонында урынлаштырыу планлаштырыла. Бының тағы бер ыңғай яғы — ундан артыҡ кешене эш менән тәьмин итеү.

Районыбыҙ Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша. 2016-ла — ун, ә уҙған йылда һигеҙ проект еңә. Быйыл ошо программала 13 ауыл биләмәһе ҡатнаша.

Асҡын ауылында күпселек тауыш менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға бүлеү өсөн станция урынлаштырырға ҡарар ителде. Сүптәрҙе сорттарға бүлеү узелы район өсөн иң киҫкен проблемаларҙың береһе — рөхсәтһеҙ сүплектәр һәм ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү мәсьәләһен хәл итәсәк. Конкурста еңгән осраҡта был станцияны ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ваҡытлыса һаҡлау полигонында урынлаштырыу планлаштырыла. Бының тағы бер ыңғай яғы — ундан артыҡ кешене эш менән тәьмин итеү.
Читайте нас