Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Ғинуар 2018, 12:35

Йәш тикшеренеүселәр һынатманы

Бөрө ҡалаһының 7-се мәктәбендә үткәрелгән «Совенок – 2018» ғилми-ғәмәли конференцияһы быйыл республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 700 йәш тикшеренеүсене ҡабул итте.

Бөрө ҡалаһының 7-се мәктәбендә үткәрелгән «Совенок – 2018» ғилми-ғәмәли конференцияһы быйыл республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 700 йәш тикшеренеүсене ҡабул итте.

«Белем алыу методы булараҡ тикшеренеү...» девизы аҫтында «Туған телдәр» секцияһында ҡатнашыу өсөн 24 уҡыусы ғариза тапшырҙы. Башҡортостандың төрлө төбәгенән килгән уҡыусылар башҡорт һәм татар телдәрендә үҙҙәренең тикшеренеү эштәрен тәҡдим итте. Быйыл айырыуса Благовещен, Туймазы, Яңауыл райондарынан уҡыусылар әүҙем ҡатнашты.

Благовещен районы IV класс уҡыусыһы Марат Хәйруллиндың «Китапҡа нисә йәш?» тип аталған тикшеренеү эше бай йөкмәткеле булыуы һәм сағыу күргәҙмәлелеге менән айырылып торҙо. V кластан Айгизә Иҙрисова “Дорогин урта мәктәбендә уҡыусыларҙа башҡорт исемдәре” (Өфө) һәм X класс уҡыусыһы Нурия Юмаева “Тыуған ауылым тарихы” (Ҡариҙел) тигән эштәре менән I урынға дәғүә итте.

II урын алыусы уҡыусыларҙың эштәре лә айырым баһаға лайыҡ. Бөрө ҡалаһынан Рүзил Ғилимшин “Мин Ирәкте нәҫеленән” тигән сығышы менән Ғәли Соҡорой нәҫеленең лайыҡлы дауам ителеүен шәжәрә миҫалында асыҡланы.

Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Әлфинә Фәғәнәз ҡыҙы Сәйетгәрәева конференцияның уңышлы үтеүен билдәләне. Эҙләнеү эштәренең йылдан-йыл төрлө темалар менән байыуын һәм ысын мәғәнәһендәге тикшеренеү эштәренә тап килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнде.

Ғәлиә ҒӘНИЕВА.
Читайте нас