Ҡатындарҙың сеңләп илауы?
Тынғы бирмәй ирҙәр менән бергә
Бикле ҡалған аттың тулауы.
Һуңғы тапҡыр әйткән аҙаны?
Ишеткән юҡ, уҡығайным ғына
Дакотала бындай ҡазаны...
Ағинәйҙәр ниңә теҙелешеп,
Ниндәй ниәт менән улар һүҙен
Сытыр-сытыр янған тирмәләрҙә
Был тарихи ысынбарлыҡмы ла?
Халҡын ерләр илдә яу ошо?!..
Янған тупраҡ еҫе аң томалай,
Биткә ҡуна көлдөң туҙаны.
Йәрәшелгән кәләш көлә-көлә
Нисәмә йыл ошо сал ҡаялар
Ыңғырашҡан кеүек һил саҡта.
Үтеп барған елме һиҫкәндерҙе...
Ҡара ергә ҡарап тонсоҡтом.
Әле генә бында урман балҡый,
Баш ҡалҡыта үлән аҡланда.
Ҡан хәтере ергә һеңмәй бит ул,
Ҡайтауаздар булып тауыш килә,
Ҡайтауазда аҙан, доғалар.
Тере килеш утҡа инеүселәр
...Ҡәүем үткәнендә ҡәһәр төҫлө
Йәшәй кеүек һаман һинең төҫ.
Башҡорт милләтенең ғазабына
Рухи һәйкәл һинме, Һөйәнтөҫ?!.
ҠАН ХӘТЕРЕН УЯТА ЛА ҠУРАЙ...
Ҡан хәтерен уята ла Ҡурай...
Рухҡынамдың көлөн терелтә лә,
Ҡуҙҙарынан ялҡын дөрләтә.
Йән һыҙлатып был көй ағыла ла
Ҡурайымдан әллә ҡан тама.
Ошо моңдар йәнде һыҡтата ла,
Ошо моңдан күңел им таба.
Буранбайҙың яҙған сәләм хаты,
Моңдар булып йәнде әрнетә лә,
һиҫкәндереп ҡайта халҡыма.
Ялҡындарҙа тере ҡалғандарҙың
Тик ҡолдарҙың теле киҫелә лә
Яндыра моң ярһыу йөрәгемде
Тәфтиләүҙәр ҡылған янғында.
Башҡорт бар ул,башҡорт тора әле
Яндырғандар, туҙҙырғандар беҙҙе
Күмер баҙлай тарих көлөндә..
Ҡотто һаҡлар, телде яҡлар үҙең,
Беҙ килмешәк түгел илемдә.
Ҡар башына ҡарҙар етә ерҙә,
Бәләләрҙән ҡурсый берҙәмлек.
Ҡан хәтерем терелткәндәй Ҡурай
Халҡым булһа ине бер ғәмле!
Тәфтиләүгә ташҡа соҡолған да,
Ҡан илатҡан ҡарғыш һүҙҙәре.
Хатабыҙға ҡарғыш сүкемәһен,
Телһеҙ балам ташҡа теҙләнеп.