Республиканың билдәле журналдарының береһе – ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналы үҙенең ойошторолоуына 50 йыл тулыуҙы билдәләй. Журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева хәбәр итеүенсә, юбилей кисәһе 2 мартта Конгресс-холда үтә. Редакция хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡотланы.
«Журналдың тәүге һаны донъя күргәндән алып, ул гүзәл зат вәкилдәре өсөн генә түгел, бөтә уҡыусылар өсөн дә ҡыҙыҡлы баҫмаға әйләнде. Сөнки уның биттәрендә тормоштоң бөтә төрлөлөгө сағыла. Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, ғаилә тормошо психологияһы, бала тәрбиәләү һәм диета, ҡул эштәре дәрестәре тураһында материалдар менән бер рәттән бында тормоштоң төрлө өлкәләре, шул иҫәптән заманса этапта барған социаль-сәйәси үҙгәрештәр хаҡында мәҡәләләр баҫыла; тәрбиә һәм белем биреү буйынса кәңәштәр бирелә. Рәсәйҙә ижтимағи-сәйәси хәл тәьҫирендә ваҡыт менән баҫмала ҡатын-ҡыҙҙар һорауҙары буйынса: ҡатын-ҡыҙ белеме мәсьәләләре, хеҙмәт, хоҡуҡи хәле, сит илдә ҡатын-ҡыҙ тормошо, күренекле ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормош юлы тураһында материалдар артҡан», — тиелә ҡотлауҙа.
Ай һайын башҡорт телендә сыҡҡан «Башҡортостан ҡыҙы» 1968 йылдың 1 ғинуарында тәү тапҡыр донъя күрә. Төрлө йылдарҙа Кәтибә Кинйәбулатова, Гөлфиә Юнысова, Йомабикә Ильясова, Гөлназ Ҡотоева кеүек абруйлы яҙыусылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре уның баш мөхәррирҙәре була.