Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Ғинуар 2018, 17:18

Республиканың күп функциялы үҙәктәрендә сит ил паспортын алыуға документтар ҡабул ителә

Бөгөндән Башҡортостандың күп функциялы «Минең документтарым» үҙәктәренең барлыҡ офистарында биш йылға сит ил паспортын алыуға документтар ҡабул итеү тергеҙелде.

Бөгөндән Башҡортостандың күп функциялы «Минең документтарым» үҙәктәренең барлыҡ офистарында биш йылға сит ил паспортын алыуға документтар ҡабул итеү тергеҙелде.

Учреждениеның рәсми порталында хәбәр ителеүенсә, паспортҡа документтар тапшырыуҙан тыш, хәҙер күп функциялы үҙәктәрҙең офистарында әҙер сит ил паспортын алырға мөмкин.

Былтыр август айында биш йылға иҫәпләнгән сит ил паспорттарын биреү ваҡытлыса туҡтатылды. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Миграция мәсьәләләре идаралығында быны бланктарҙың булмауы менән аңлаттылар.

«Минең документтарым» бәйләнеш үҙәгенең телефоны: (347) 246-55-33.

«Башинформ»дан.

Читайте нас