Мишкә районы Ҡайраҡ ауылынан Светлана Сайсанова сноубордта шыуырға өйрәнгән. Пенсионер ханым был ҡулайламаны ейәндәренең береһенән алып торған. Уларҙы туҡталышҡа алып барғанда тәүге тапҡыр сноубордҡа баҫҡан. Әле бәләкәйерәк тауҙарҙан шыуа ала. Әлбиттә, профессиональ спортсылар һымаҡ финттар эшләмәй. Хаҡлы ялдағы ханым әүҙем тормош алып бара, йәшерәк ваҡытында саңғыла йөрөгән, ти яҡындары.