Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Ғинуар 2018, 08:33

Башҡортостан Журналистар союзы командаһы Силәбе өлкәһенең ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Киң мәғлүмәт саралары кубогында ҡатнаша

Башҡортостан Журналистар союзы Силәбе өлкәһенең тау саңғыһы, сноуборд һәм ҡышҡы картинг буйынса Киң мәғлүмәт саралары кубогында ҡатнаша. Ярыштар 3 февралдә Яҡтыкүл буйында «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәгендә үтә.

Сараны «Юбилей» шифаханаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «ММК-Курорт» идара итеүсе компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойоштора һәм судьялар бригадаһы хеҙмәтләндерә. Киң мәғлүмәт саралары кубогы Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы булышлығында уҙғарыла.

Ярыштарҙа биш кешенән торған команда ҡатнаша. Көйәрмәндәр иҫәбе – бер команданан биш кешегә саҡлы. Ярыштарҙа ҡатнашыу, Силәбе трансферы – «Юбилей» шифаханаһы, ярыш көндө инвентарҙы прокатҡа алыу, тау саңғыһы комплексында шыуыу – бушлай.

Ярыштарҙа ҡатнашыусылар ғариза тултырып, уны 2018 йылдың 29 ғинуарынан да ҡалмай Силәбе өлкәһе Журналистар союзы nfo@pressunion.ru адресына ебәрергә тейеш.

Тулыраҡ – Башҡортостан Журналистар союзы сайтында.

«Башинформ»дан.

Читайте нас