Эльвира Шәрифнурова Һәйтәк ауылында тыуып үҫкән. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ һәр ерҙә әүҙем, алдынғы була. Төрлө фән олимпиадаларында, конкурстарҙа ҡатнаша, спортты бик ярата. Бигерәк тә физика фәнен мауығып өйрәнә. Һәйтәк урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлап, Эльвира Башҡорт дәүләт университетының физик-техник институтының геофизика факультетына уҡырға керә. Бөгөн ул IV курста белем ала. Уңған, тырыш ҡыҙ бында ла иң әүҙем студенттар иҫәбендә. Ул төрлө мәҙәни сараларҙа, фәнни конференцияларҙа ҡатнаша, инглиз телен ныҡлап өйрәнә. Тырышлығы менән уҡытыусылары, курсташтары араһында абруй ҡаҙана.
Эльвираны ярты йылға Ҡытайға ла уҡырға ебәрәләр. «Унда уҡыуҙар инглиз телендә алып барылды. Бик күп дуҫтар таптым, ҡытай телен дә өйрәндем һәм тәжрибә тупланым. Пекин, Шанхай, Наньчанг ҡалаларында булдым. Мәктәптә уҡыған сағымда география дәреслегендә төшөрөлгән Бөйөк Ҡытай стенаһын ҡарап һоҡланып ултыра торғайным, ә бында үҙен күреү һәм тотоп ҡарау бәхете тейҙе», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эльвира.
Уҡыған еренән Эльвира Красноусольск, Сочи ҡалаларындағы ял йорттарына юллама менән бүләкләнә. Каникулдарын бына ошолай файҙалы һәм фәһемле үткәрә тырыш ҡыҙ.
Бөгөн Эльвира диплом яҙыу өҫтөндә ентекле эшләй. Киләсәккә яҡты, ҙур пландар ҡора. Уның менән ата-әсәләре, уҡытыусылары, райондаштары ғорурлана.