Асҡын районы Солтанбәк ауылында тыуып үҫкән Илмира Манапова Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында журналистика бүлегендә IV курста белем ала. Теремек, зирәк, ҡыҙыҡһыныусан булып үҫкән ҡыҙ мәктәптә уҡығанда ла үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә: “бишле” билдәләренә генә өлгәшә, белем усағында үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, байрам кисәләренә сценарийҙар яҙып, үҙе үк матур һәм йәнле итеп алып та бара, шиғырҙар яҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Бәләкәйҙән телевидениела эшләргә, ундағы дикторҙар һымаҡ матур итеп һөйләргә, үҙ-үҙеңде тоторға, кейенергә өйрәнергә хыялланған Илмира мәктәпте тамамлағас, күп уйлап тормай, документтарын БДУ-ға һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына тапшыра. Тейешле имтихандарҙы тапшырып, ул ике уҡыу йортона ла конкурстан уҙа. Журналист булырға хыялланған ҡыҙ БДУ-ны һайлай. Шулай шаулап торған студент йылдары башлана. 1-се курс аҙағында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Тамыр” телеканалында практика үтеп, ул тәүге тәьҫораттар ала. Ундағы ижади мөхит Илмираны үҙенә йәлеп итә һәм ул килешеү буйынса сценарийҙар яҙа башлай. Әкренләп журналистика серҙәренә төшөнә, тәжрибә туплай. 3-сө курстан һуң һәләтле ҡыҙ “Тау-тау хәбәр” тапшырыуында үҙен һынап ҡарай. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙән тапшырыу өсөн темалар һайларға, геройҙар табырға, сюжет төшөрөргә өйрәнә, сценарийҙар яҙа. Маҡсатына ҡыйыу аҙымдар менән барыусы тырыш ҡыҙҙы тапшырыуҙың мөхәррире итеп үрләтәләр.
— Һайлаған һөнәрем бик оҡшай. Уҡып бөткәс, телевидениела ҡалырға уйлайым. Унда шул тиклем һәләтле, тырыш, ижади ҡарашлы коллектив эшләй. Һөнәри яҡтан үҫер өсөн мөмкинлектәр ҙур. Уҡыуымды артабан дауам итеү теләге лә бар. Буш ваҡыттарымда театрға йөрөргә, китап уҡырға яратам, — ти осҡонланып торған күҙҙәрендә илһөйәрлек, телһөйәрлек сағылған Илмира.