Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Ғинуар 2018, 13:34

Борай ҡыҙы Зилиә бейергә һәм сәйәхәт итергә ярата

Буш ваҡытын студент нисек уҙғара? Үҙен төрлө яҡлап үҫтереүгә арналған осрашыу, кисәләрҙә нисек ҡатнашып өлгөрә лә, секциялар, конференциялар, мәҙәни саралар уртаһында ҡайнап йәшәй? Ғөмүмән, студент булыуы ауырмы? Тырыш, һәләтле, һылыу ҡыҙҙарҙың береһе Зилиә Талипова менән әңгәмә барышында ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштым.

Буш ваҡытын студент нисек уҙғара? Үҙен төрлө яҡлап үҫтереүгә арналған осрашыу, кисәләрҙә нисек ҡатнашып өлгөрә лә, секциялар, конференциялар, мәҙәни саралар уртаһында ҡайнап йәшәй? Ғөмүмән, студент булыуы ауырмы? Тырыш, һәләтле, һылыу ҡыҙҙарҙың береһе Зилиә Талипова менән әңгәмә барышында ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштым.

Борай районы Борай ауылы ҡыҙы БДУ-ның Бөрө филиалы инженер-технология факультетының технология һәм экономика бүлегендә V курста белем ала. Уҡыу алдынғыһы төрлө конференцияларҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, мәҡәләләре РИНЦ журналында баҫыла, педагогика фәненән ғилми-методик уйлап сығарыу эшмәкәрлегендәге Бөтә Рәсәй конкурсында иһә 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ була. Грамота, дипломдары ла бихисап. Шулай уҡ “Студент яҙы” ла Зилиәһеҙ үтмәй. Студенттар өсөн уҙғарылған фестивалдә бейей ҙә, бейеүҙәр ҙә ҡуя. Ғөмүмән алғанда, ҡыҙ бәләкәйҙән халыҡ бейеүҙәре менән ҡыҙыҡһына, бейеүҙәрен бар күңелен һалып, ысын йөрәктән башҡара. Шулай итеп, мәктәптә яратып башҡарған шөғөлөн юғары уҡыу йортонда ла дауам итә. Үҙ теләгенә ынтылыусан Зилиә бына икенсе йыл инде цирк студияһында шөғөлләнә. “Бәләкәйҙән цирктағы гимнастарҙы күҙәтергә яраттым, шуға күрә лә гимнастика менән шөғөлләнергә теләгем көслө ине. Ләкин әсәйем мине музыка мәктәбенә уҡырға бирҙе. Студент булғас, 3-сө курста цирк студияһының тамашаһын ҡарағандан һуң бәләкәй саҡтағы хыялымды тормошҡа ашырырға булдым”, — ти. Зилиә сәйәхәтсе лә. Ул Ҡырым, Сочи, Санкт-Петербург, Мәскәү, Казан, Геленджик, Екатеринбург, сит ил – Абхазияға сәйәхәт ҡылған. Бигерәк тә Ай-Петри, Кавказ тауҙарының гүзәллеге күңелендә иң яҡты хәтирәләр ҡалдырған.

Әгәр ҙә уҡыу предметтарына, үҙ эшеңә ҡыҙыҡһыныу менән ҡараһаң, бер нәмә лә ауыр бирелмәй, иң мөһиме, эшеңде яратып һәм ваҡытында башҡарырға кәрәк, — ти тырыш ҡыҙ. Сер тулыһынса асылһа, уңыш бөтөнләй юғала тиҙәр. Шуға күрә лә ул киләсәккә ҡорған хыял-маҡсаттарын сер итеп ҡалдырҙы.

Тағы ла Зилиәнең ҡыҙыҡлы шөғөлө бар. Ул да булһа керамик һауыт-һаба әүәләү. “Салауат Юлаев” хоккей командаһы өсөн дә янып-көйә икән. Йәштәргә әйтер ниндәй теләктәрең булыр тигәнгә: “Хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ, тик башҡаларҙың хатаһын ҡабатламағыҙ, күңелегеҙгә ятҡан һөнәргә эйә булығыҙ, сөнки ғүмер беҙгә тик бер генә бирелә!” – тип яуап ҡайтарҙы.

Һеңлеһенә өлгөлө апай булған Зилиә ата-әсәһенең ғорурлығы. Ул үҙе лә ҙур, татыу ғаилә ҡорорға теләй. Үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы шөғөлдәрҙе үҙ иткән ҡыҙға бөтә хыялдарының тормошҡа ашыуын, яңынан-яңы үрҙәр яулауын, дәртләнеп, ҡанатланып ижад итеүен теләйбеҙ.

Таңсулпан Ибраһимова.

Читайте нас