Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Ғинуар 2018, 13:40

Яратҡан шөғөлө — бейеү

Борай ҡыҙы Алһыу Ғаязова Нефтекама ҡалаһында тыуған. Дүрт йәштә “Виктория” бейеү коллективына йөрөй башлай. Шул ваҡыттан бейеү һәләтле ҡыҙҙың яратҡан шөғөлөнә әйләнә. Алһыу IV класты тамамлағас, ғаиләләре Борайға күсенеп ҡайта. Ул талантлы уҡытыусы М. Ғәндәлипова етәкселегендә “Дуҫлыҡ” бейеү студияһында шөғөлләнеүен дауам итә. Ансамбль солисы булараҡ, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге күп һанлы конкурстарҙа ҡатнаша. Одессала, Ялтала, Сочиҙа, Туапсела, Мәскәүҙә һәм башҡа ерҙәрҙә Гран-при яулайҙар. Ансамблдең уңыштарын һанап бөтөрөрлөк түгел. Шуға ла, “Дуҫлыҡ”тарға Германияға “Open World” фестиваленә барыу хоҡуғы ла бирелә.

Тырыш ҡыҙ уҡыуҙа ла һынатманы, Борай 2-се гимназияһын уңышлы тамамланы. Ул Ҡазан дәүләт архитектура-төҙөлөш университетының I курс студенты булараҡ та “Сәйҙәш” театр-студияһында бейеүҙәре менән һоҡландырыуын дауам итте. Алһыу бик асыҡ, әүҙем ҡыҙ, яҡшы әңгәмәсе лә. Дуҫтары уны эскерһеҙ, изге күңелле, ярҙамсыл булғаны өсөн ярата һәм хөрмәт итә. Әлеге ваҡытта ул иҡтисад, төҙөлөштә идара итеү институтында II курста белем ала. Уңыштар һәм яңы еңеүҙәр һиңә, Алһыу!
Читайте нас