Ҡариҙел районы егете Илмир Шакиров Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында IV курста физика һәм информатика факультетында белем ала. Яҡшы өлгәшеүе менән бер рәттән, ул уҡыу йорто тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Бөрө филиалы ғорурлығы булған «Биряночка» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнгән зирәк егет КВН-дарҙа, ижади фестивалдәрҙә һәм үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында ла сығыш яһай. Спорт секцияларына йөрөүсе Илмир футбол һәм волейбол буйынса республика ярыштарында ла ҡатнаша. Тырыш студенттың копилкаһында Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары бихисап. Улының һәр уңышына һөйөнөүсе Гөлфирә Фидай ҡыҙы Илмир менән ғорурлана.