Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
17 Января 2018, 11:47

Асҡында миләштә груша үҫтереүсе Альбина Фәтихова “Йыл кешеһе” конкурсында еңеү яуланы

Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә «Республика Башҡортостан» гәзите тарафынан ойошторолған “Йыл кешеһе” конкурсында “Экологик аң-белем таратыу” номинацияһында еңеүсе райондашыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Асҡын 2-се мәктәбенең биология уҡытыусыһы Альбина Фәтихова менән осрашыу үтте. Альбина Вәрис ҡыҙы Республика Башлығы менән осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән бүлешеп, яратҡан шөғөлө — емеш ағастары үҫтереү тураһында һөйләп, редакция хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына ла ихлас яуап бирҙе. Тәжрибәле биологтың биргән кәңәштәре лә бик фәһемле булды.

Уҡыусыларҙың экология белеменә ҙур иғтибар бүлеүсе тәжрибәле уҡытыусы һуңғы ваҡытта селекция эше менән ҡыҙыҡһына башлай. Бер нисә йыл дауамында ғаиләһе менән бергә алып барған эҙмә-эҙлекле тикшеренеү-өйрәнеү эше һөҙөмтәһендә ул районыбыҙҙа ябай булмаған климат шарттарына яраҡлаштырылған груша һәм алма сорттарын һынап, үҫтереп ҡарай. Бөгөнгә 60-тан артыҡ сорт алма һәм 19 сорт груша үҫентеләрен үҫтереп, уларҙың күбеһенән мул уңыш алып ҡыуанғандар. Фәтиховтар районда беренселәрҙән булып миләш олонона груша ялғап үҫтереп тә барыһын да һоҡландырҙы. Йәйгеһен 12 ағастан груша йыйғандар.
Читайте нас