Борай ауылының Рәүфә Ғәлиева исемендәге район Мәҙәниәт йортонда йәш таланттарҙың Балалар ижады йорто ойошторған “Барыһын да таң ҡалдыр!” район конкурсының финалы үтте. Концертта мәктәпкәсә йәштәге 75 һәм 57 мәктәп йәшендәге бала ҡатнашты. Ҡыҙҙар һәм малайҙар вокал, хореография, шиғыр һөйләү һәм башҡа сәхнә жанры буйынса һәләтен күрһәтте. Үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәрен һәм уҡыусыларын әҙерләүҙә музыкаль етәкселәр, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр әүҙем ҡатнашты. Еңеүселәр һәм призерҙар дипломдарға, иҫтәлекле миҙалдарға һәм бүләктәргә лайыҡ булды. Бөтә еңеүселәр ҙә концертҡа үтмәне, унда иң һәләтле уҡыусылар ғына һайлап алынды.