Башҡортостанда Зәйнәб Биишеваның юбилейына «Халыҡҡа һәм ҡеүәтле ергә ҡарата һөйөүҙә» республика әҙәби конкурсы иғлан ителде. Уны Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана уҙғара.
Конкурс Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған. Бәйгелә 10-17 йәштәге мәктәп уҡыусылары һәм республиканың үҙәкләштерелгән милли китапхана системалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала.
Конкурста өс номинация тәҡдим ителгән: «Үҙ һүҙеңде ҡаты әйт» – Зәйнәб Биишеваның шиғри мираҫы, «Кеше – ул ҡояш!» — Зәйнәб Биишеваның проза әҫәрҙәре, «Йәшәү – ул көрәш» – Зәйнәб Биишеваның драма әҙәрҙәре. Ситтән тороп ойошторолған конкурс 2018 йылдың 31 ғинуарында тамамлана. 8 февралдә бәйгегә йомғаҡ яһала. Конкурс координаторының телефоны: 8/347/2871334, +7-987-107-7607, Милли китапхананың Балалар уҡыу үҙәге.