Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Прокуратура хеҙмәткәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Республика етәксеһе Башҡортостандың прокуратура коллективын һөнәри байрам менән ҡотланы һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың иғтибарын талап иткән төп эш йүнәлештәрен билдәләне.
— Законды, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙа намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт әйткем килә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һәр ҡайһығыҙҙың белдеклелегенән, яуаплылығынан иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙә, коррупция менән бәйле енәйәт эштәрендә енәйәт, хоҡуҡ боҙоуға, экстремизмға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлегеге тора. Көндәлек эшегеҙ менән йәмәғәт тотороҡлолоғон, дәүләттең граждандарҙың конституция хоҡуҡтарын яҡлау һәләтендә уларҙың ышанысын нығытыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ.
Республика прокуратураһы алдында торған бурыстар иҫәбендә Башҡортостан Башлығы енәйәт һәм коррупция менән көрәште, енәйәти суд эштәрен башҡарыу, граждандарҙың хеҙмәт, социаль, торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау кеүек өлкәләрҙә закондың үтәлешен күҙәтеүҙе атаны. Уның һүҙҙәренсә, бизнесҡа административ баҫымды кәметеү буйынса эште дауам итеү мөһим.
— Артабан да һеҙҙең ярҙамығыҙға, һәр законһыҙлыҡ күренешен һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙы туҡтатырға әҙер булыуығыҙға иҫәп тотам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Хеҙмәтегеҙ – бик яуаплы һәм мөһим. Тағы ла ҡабатлайым, прокуратураға таянып, төрлө кимәлдәге власть уңышҡа өлгәшә, алға китә ала. Тик шулай ғына, башҡа варианттар юҡ. Һеҙ эштең бөтә даирәләрендә лә законлыҡты, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итәһегеҙ. Һис шикһеҙ, беҙ быны аңлайбыҙ һәм артабан да бергәләп эшләрбеҙ.
Республика Башлығы шулай уҡ дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика прокуратураһын 1989-1995 йылдарҙа етәкләгән икенсе класлы дәүләт юстиция советнигы Владимир Кадонцев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.