Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Ғинуар 2018, 13:16

Республикала Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе проекты башланды

Республикала Башҡортостандың Әҙәбиәт мәктәбе проекты башланды. Проекттың рәсми эмблемаһы раҫланды. Эмблеманың авторы – кинорежиссер һәм фоторәссам Фәрзәнә Утарбаева. «Башинформ» проекттың Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына тормошҡа ашырылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Республикала Башҡортостандың Әҙәбиәт мәктәбе проекты башланды. Проекттың рәсми эмблемаһы раҫланды. Эмблеманың авторы – кинорежиссер һәм фоторәссам Фәрзәнә Утарбаева. «Башинформ» проекттың Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына тормошҡа ашырылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев агентлыҡ күҙәтеүсеһенә проект тураһында һөйләне. Проектҡа барлыҡ республика, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендәге йәш авторҙарҙан меңгә яҡын эштең килеүе көтөлә.

«Проектыбыҙҙың төп маҡсаты — башҡорт яҙыусыларына йәш алмаш тәрбиәләү. Йәй көнө Төркиәлә һәм Сочиҙа ике ҙур әҙәби форум уҙҙы, беҙҙән бишәр автор, 25 йәшкә тиклемге Яҙыусылар союзы ағзаларын ебәреүҙе һорағайнылар, ләкин таба алманыҡ, — тип билдәләне Әлибаев. — Беҙ йәштәребеҙҙе әүҙемләштерергә теләйбеҙ. Һәләтле яҙыусыларҙы тапҡан осраҡта уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү ҡаралған».

Проект етәксеһе әйтеүенсә, йәш таланттарҙы эҙләгәндә Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары ғына түгел, башҡорт халҡы йәшәгән күрше төбәктәр ҙә күҙ уңында тотола.

Республика Яҙыусылар союзының проекты – Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе 10 ғинуарҙа старт алды. Унда төрлө жанрҙа (шиғыр, хикәйә, повесть) ижад иткән 14-25 йәшлек йәш авторҙар ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн «Башҡортостан әҙәбиәте» төркөмөндә бирелгән ғаризаны тултырып, litshkola@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Авторҙарҙың башҡорт, рус һәм татар телдәрендәге ҡулъяҙмаларын республиканың танылған яҙыусылары һәм шағирҙары баһалай. Йәш ижадсыларҙың төбәктең әҙәби баҫмалары биттәрендә һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының рәсми төркөмөндә сығыш яһауы, оҫталыҡ дәрестәрендә, семинарҙарҙа, вебинарҙарҙа, видеоконференцияларҙа ҡатнашыуы ҡаралған. Остаздар уларҙы ижад серҙәренә төшөндөрәсәк. Проекттың 30 финалсыһы – иң һәләтле йәш авторҙар бүләкләнеү өсөн Өфөгә саҡырыла. Уларҙы республика музейҙары һәм театрҙары көтә. Тантаналы сара еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамлана.

«Әҙәбиәт мәктәбе» финалсыларының әҫәрҙәренән айырым йыйынтыҡ баҫтырып сығарыу ҡаралған. Иң лайыҡлы ҡулъяҙмалар З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенә тәҡдим ителә.

«Башинформ»дан.

Читайте нас