Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Ғинуар 2018, 11:14

Рәсәй Журналистар союзы төбәктең журналистика ветерандарына матди ярҙам күрһәтте

Рәсәй Журналистар союзы финанс ярҙамға ныҡ мохтаж киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә – Рәсәй Журналистар союзы ағзаларына ҙур ғына матди ярҙам күрһәтте. Ветерандар араһында Башҡортостандан дүрт журналист бар.

Рәсәй Журналистар союзы финанс ярҙамға ныҡ мохтаж киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә – Рәсәй Журналистар союзы ағзаларына ҙур ғына матди ярҙам күрһәтте. Ветерандар араһында Башҡортостандан дүрт журналист бар.

«Республиканың Журналистар союзы ветерандарҙың хәлен ентекләп тикшергәндән һуң Совет ултырышында яман сир менән ауырығандарға ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итте, — тип һөйләне Башҡортостан Журналистар союзы консультанты Мәүлиҙә Яҡупова. — Беҙҙең ойошма һәм матди ярҙам алған һөнәрҙәштәр Рәсәй Журналистар союзына төбәктәрҙәге вәкилдәренең хәлен аңлаған һәм хәстәрлек иткән өсөн рәхмәт әйтә».

Илдең 70 төбәгенән бөтәһе 180-дән ашыу ветеран Рәсәй Журналистар союзынан матди ярҙам алды.

Был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан бүленгән дөйөм субсидия суммаһы 4,5 миллион һум тәшкил итте. Субсидия Союздың төбәк бүлексәләре ебәргән мәғлүмәт буйынса билдәләнгән. Шул рәүешле, һәр ветеран 20-30 мең һум самаһы матди ярҙам алды. Рәсәй Журналистар союзы илебеҙ журналистикаһы ветерандарына артабан да ярҙам күрһәтергә ниәтләй.

«Башинформ»дан.

Читайте нас