Гелдерланд провинцияһында «Башҡортостандың мәҙәни мираҫы» тигән күргәҙмә асылды. Нидерланд Короллегендә «Башҡортостан —Нидерланд 2018» фестивале бара. Республиканың рәсми делегацияһы вәкилдәре Херде муниципалитетына килде. Беренселәрҙән булып экспозицияны Рәсәй Федерацияһының Нидерланд Короллегендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Шульгин ҡараны. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова фестивалдә ҡатнашыусыларҙы тәҡдим ителгән эштәр менән таныштырҙы.
Короллектә йәшәүселәр өсөн «Башҡортостан — Рәсәй ынйыһы» документаль һәм нәфис фотолар күргәҙмәһе ойошторлған. Экспозицияға республикала билдәле оҫталарҙың 40 фотоһы ингән. Эштәр Башҡортостан тәбиғәтенә, мәҙәниәтенә, кешеләренә һәм халыҡтарҙың йолаларына арналған.
Экспозицияла Башҡортостан сәнәғәте, ауыл хужалығы, милли бренды: башҡорт балы һәм ҡымыҙ сағылыш тапҡан. Шунда уҡ – республикала йәшәүсе халыҡтарҙың фольклор байрамдарынан иң сағыу мәлдәр (һабантуй, шәжәрә, ҡурай, Масленица байрамдары).
Муниципалитеттың мәҙәни үҙәгендә «Ағиҙел» художество кәсептәре берекмәһенең биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиелары күргәҙмәһе тәҡдим ителгән. Экспозицияла – башҡорт милли орнаменттары менән мамыҡтан, етендән, йөндән эшләнгән, трикотаждан тегелгән әйберҙәр, йорт өсөн туҡыма әйберҙәр, милли стилләштерелгән кейем-һалым, палантиндар, ҡумталар, йорт йыһаздары, һауыт-һаба.
Боронғо әйберҙәрҙе үҙ итеүселәр «Амантай» ҡулланма халыҡ сәнғәте ижади оҫтаханаһы етештергән яһалма уҡ-һаҙаҡтар менән таныша ала.
Көндөң тәүге яртыһында Вийе ҡалаһында түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Унда фәнни йәмәғәтселек 1813 йылда илде Наполеон армияһынан азат итеүҙә башҡорт яугирҙарының ролен тикшерҙе.
Делегацияла ҡатнашыусылар был тарихи ваҡиға хөрмәтенә Монумент ҡуйыу буйынса эште баһаланы. Генерал Бенкендорф һәм башҡорт атлыһы һәйкәлдәренән торасаҡ композиция әҙер тиерлек, әлеге мәлдә уны урынлаштырыу буйынса эштәр бара. Һәйкәл ҡойоу идеяһын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов хупланы һәм республика уны ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтә. Голландия халҡы оло рәхмәт менән ата-бабаларыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлай.