Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Ғинуар 2018, 06:36

"Эт йылынан тик яҡшылыҡтар ғына көтәбеҙ", — ти Балтас районынан Гөлсибәр Әхмәтғәлиева

Балтас районы Көнтүгеш ауылында ғүмер итеүсе Гөлсибәр һәм Марат Әхмәтғәлиевтар икеһе лә Эт йылында тыуған.

Балтас районы Көнтүгеш ауылында ғүмер итеүсе Гөлсибәр һәм Марат Әхмәтғәлиевтар икеһе лә Эт йылында тыуған. Уңған, тырыш, ҡунаҡсыл һәм ярҙамсыл ғаиләнең күркәм тормошона ауылдаштары, дуҫтары һоҡлана, улар менән ғорурлана. Гөлсибәр Хәмиҙулла ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ул ауыл клубында ойошторолған «Аманат» фольклор ансамбле ағзаһы ла. Ғүмере буйы агроном булып эшләгән Марат ағай ҙа ҡайһы бер саҡта спектаклдәрҙә ҡатнаша, халыҡ байрамдарын ойошторорға ярҙамлаша. Әхмәтғәлиевтар Айгөл һәм Зөлфиә исемле матур һәм аҡыллы ҡыҙҙар үҫтереп, оло тормош һуҡмағына сығарып, хәҙер өләсәй һәм олатай булыу бәхетенә ирешкән. «2018 йылдан яҡшылыҡтар ғына көтәбеҙ. Донъялар имен, киләсәгебеҙ бәхетле булырына ышанабыҙ», — ти Әхмәтғәлиевтар.

Читайте нас