Борай районында йәшәүсе Ольга Мостафина ла Эт йылында тыуған. Ул — шәхси эшҡыуар, “Ольга эргәһендә” исемле магазины бар. Буш ваҡытында Ольга Павловна өй мәшәҡәттәре менән мәшғүл, баҡсала эшләргә ярата. Уның иң яратҡан шөғөлө — сәскәләр үҫтереү. «Сәскәләр кәйефте күтәрә, тормошобоҙҙо йәмләй, шатлыҡ өҫтәй», — ти ул. Матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл зат Яңы йылдың рух ныҡлығы, уңыштар, ғаилә именлеге алып килеүен, ер йөҙөндә — тыныслыҡ, ә кешеләрҙең бәхетле булыуын теләй.