Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Ғинуар 2018, 07:15

Бөрөнән Гөлнара Ғилманшина үҙе лә, улы ла Эт йылы вәкиле

Бөрө кооператив техникумының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Ғилманшина 2018 йылды яңы өмөттәр, яңы хыялдар менән ҡаршылаған. Эт йылында үҙенең 36 йәшен, ә өлкән улының 12 йәшен билдәләйәсәктәр. Шуға күрә йылдың ғаиләлә лә, эштә лә, финанс өлкәһендә лә айырыуса уңышлы булырына ышана. Республикала 2018 йылдың Ғаилә йылы тип иғлан ителеүенә лә ниндәйҙер ышаныс менән ҡарай өс баһадир әсәһе Гөлнара Рәлиф ҡыҙы. “Ғаиләнең сере – мөхәббәт. Ысын мөхәббәттән башҡа ғаилә тулы була алмай. Бар нәмә лә ярата белеүҙән, иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙан, һөйөү менән башҡарылған эштәрҙән тора", – ти ул.

Бөрө кооператив техникумының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Ғилманшина 2018 йылды яңы өмөттәр, яңы хыялдар менән ҡаршылаған. Эт йылында үҙенең 36 йәшен, ә өлкән улының 12 йәшен билдәләйәсәктәр. Шуға күрә йылдың ғаиләлә лә, эштә лә, финанс өлкәһендә лә айырыуса уңышлы булырына ышана.

Республикала 2018 йылдың Ғаилә йылы тип иғлан ителеүенә лә ниндәйҙер ышаныс менән ҡарай өс баһадир әсәһе Гөлнара Рәлиф ҡыҙы. “Ғаиләнең сере – мөхәббәт. Ысын мөхәббәттән башҡа ғаилә тулы була алмай. Бар нәмә лә ярата белеүҙән, иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙан, һөйөү менән башҡарылған эштәрҙән тора", – ти ул.

Ғәлиә Ғәниева.

Читайте нас