Асҡын ауылында йәшәүсе Фәридә Зиннәтуллина байтаҡ ғүмерен кешеләр һаулығына арнаған табип. Хәҙер хаҡлы ялда булһа ла, ул бик әүҙем: мәсеткә йөрөй, баҡса үҫтерә, ҡышын скандинавса йөрөү менән шөғөлләнә. «Эт бик тоғро хайуан, шуға йылдың уңышлы, емешле булырына, имен үтеренә ышанам. Быйыл илебеҙҙә ҙур сәйәси ваҡиға — һайлау көтөлә. Һәр кем гражданлыҡ бурысын үтәп, тауышыбыҙҙы лайыҡлы кандидатҡа бирәйек. Киләсәктә йәшәү сифатыбыҙ күтәрелһен, ҡурҡыныс сирҙәрҙән дауалар табылһын.
Үҙемә килгәндә, йыл һаулыҡ, күңел тыныслығы алып килһен. Тормошта үҙ урындарын тапҡан, уңышлы эшләп йөрөгән балаларым — Айгөл, Азамат, Рәшиҙә һәр көн шылтыратып хәлемде белһен, ҡыуаныслы хәбәрҙәре менән бүлешһен. Ейән-ейәнсәрҙәрем тупылдашып үҫһен», — ти Фәридә Исмәғил ҡыҙы.