Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылы егете Динар Ниғәмәтйәнов та Эт йылында тыуған. Аҡыллы, эшһөйәр, спортсы егет Өфө дәүләт нефть-техник университетының V курсында белем ала. Саңғы ярыштарында ла призлы урындар яулай. Эт кешенең тоғро дуҫы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Динар ҙа бик кешелекле, туған йәнле. Үҙе ярҙамсыл, ихтирамлы, һәр кемгә иғтибарлы булғас, дуҫтары ла күп. Егәрле егет каникул ваҡытында Себер яҡтарына барып эшләп, үҙенә машина ла алып ултыра.
Динар бик тырыш ғаиләлә үҫә. Атаһы Фәрит Зәбир улы республика саңғы ярыштарында чемпион исемен яулаған кеше. Әсәһе Гөлнара Өлфәт ҡыҙы абруйлы шәфҡәт туташы. Улар бер ҡыҙ, ике малай тәрбиәләп үҫтергән. Яңы йортта бәхетле ғүмер итәләр. Тырыш ғаилә күпләп мал аҫрай, баҡса үҫтерә.