Документ проектына ярашлы, сәфәр алыҫлығына ҡарамаҫтан тәүге 10 саҡрым өсөн юл хаҡы 20 һум тәшкил итәсәк (хәҙер ул 19 һум тора), унан һуңғы һәр саҡрым өсөн – ике һум (хәҙер 1,9 һум). Шул уҡ ваҡытта, республика биләмәһе буйлап йөрөткән Башҡортостан ҡала-тирә пассажирҙар компанияһы, Свердловск ҡала-тирә компанияһы һәм «Берҙәмлек» акционерҙар йәмғиәте «иҡтисади һәм технологик маҡсатҡа ярашлы булыуҙан сығып», үҙаллы юл йөрөү хаҡын төшөрә ала, тиелә ҡарар проектында.