Традицияға әйләнгән «Ҡышҡы уйындар» быйыл айырыуса күңелле үтте. Ул мәҙәни-күңел асыуҙар менән башланды. Балалар ижад йорто, мәктәптәр тәҡдим иткән Әтәс йылының эстафетаһын Эт йылына тапшырыу тамашаһы Мәҙәниәт йорто артистарының сығышы менән үрелеп барҙы. Урам буйлап берҙәм атлаусы 50-нән артыҡ Ҡыш бабайҙың Үҙәк майҙанға килеп кереүе ысын мәғәнәһендә көтөлмәгән ваҡиға булды. Бар иғтибар ҡапсыҡтар күтәргән һаҡаллы Һыуыҡ бабайҙарға йүнәлде.
Ҡыш бабайҙарҙың парады башында бәхет төҫөндәге автомобилдә урын алған Баш Ҡыш бабай (өсөнсө мәктәп уҡытыусыһы И.Әхмәтйәнов) һәм зифа Ҡарһылыу (Таңатар ауылы китапханаһынан Альбина Мөхәмәҙиева) район халҡын сәләмләп, майҙанға үтте. Һәр ауыл китапханаһы һәм клубы, мәғариф учреждениелары, предприятие һәм ойошмалар тәҡдим иткән матур костюмдарҙағы Ҡыш бабайҙарҙың бергә йыйылып, үҙәк урамдар буйлап Яңы йыл рухы таратып үтеүе, Борай халҡын сәләмләп, изге теләктәр яңғыратыуы бик йәмле күренеш булды. Күстәнәс тулы ҡапсыҡтарҙан һибелгән кәнфиттәрҙең төшөр урыны ла ҡалмаған майҙанға саҡ һыйҙы сараның төп геройҙары. Уларҙың бер өлөшө сәхнәгә күтәрелде, ҡалғандары халыҡ араһында бейеп күңел күтәрҙе. Ҡыш бабайҙарҙың арҡан тартышыуын күҙәтеү ҙә мауыҡтырғыс ине. Улар менән Үҙәк майҙандың төрлө мөйөшөндә ҡар һындар эргәһендә бергәләп фотоға төшөү ҙә серле күренештең дауамы булып торҙо. Артабан Ҡыш бабайҙар райондың төп Яңы йыл шыршыһы урынлашҡан яҡҡа йүнәлде. Унда гармун моңдарына ҡушылып йырланылар, ҡайһы берҙәре халыҡты бейетте. Ҡыҫҡаһы, байрам рухы бөтә тирә-яҡты биләп алды. Был көндө барыһы ла күтәренке рух, Яңы йыл кәйефе алып, тамашанан бик ҡәнәғәт булып таралышты.