Сәлимә Әбүбәкерова — милли йолаларға, ата-бабаларыбыҙҙың алтын аҡылына, тормош тәжрибәһенә таянып йәшәү ғаилә бәхете асҡысы, милләтте һаҡлаусы ҡалҡан икәнен яҡшы аңлаған ағинәй. Уны милләтебеҙҙең рухи яҡтан ғына түгел, физик яҡтан да көсһөҙләнеүе борсой һәм бының сәбәбен боронғоларҙың туҡланыу рәүешен тотоп йәшәмәүебеҙҙә күрә. «Ата-бабаларыбыҙ үҙ еребеҙҙә экологик яҡтан таҙа тупраҡта үҫкән йәшелсә-емештәр, саф йылға һыуҙарын эскән малдың һөт-итен ашаған. Биҙрә-биҙрә ҡарағат, миләш, балан, сейә йыйып, иретелгән майға ҡушып туңдырған, ҡаҡ ҡойған. Тәбиғәт биргән аҙыҡтар менән ҡулланғас, сәләмәт булған. Ә хәҙер сит илдәрҙә үҫкән емештәр, зыянлы ҡушымталар өҫтәлгән ярымфабрикаттар һатып алабыҙ. Беҙҙең организм уларҙы ҡабул итергә көйләнмәгән. Ғалимдар ҙа туҡланыуҙа милли традицияларға таянырға кәңәш итә. Авокадо, кокос, банан кеүек ят емештәрҙе үҙләштереүсе ферменттар беҙҙә юҡлығын күптән иҫбатланылар.
Аш-һыу бүлмәһе ҡатын-ҡыҙҙыҡы. Беҙ нәмә әҙерләһәк, ғаиләбеҙ шуны ашай. Өҫтәлебеҙҙән һөҙмә, ҡорот, эремсек, ҡыҙыл эремсекте өҙмәҫкә тырышайыҡ. Эсер өсөн буҙа эшләйек. Ул ныҡ файҙалы. Ашҡаҙан-эсәк, нерв системаһы, бауыр, бөйөр сирҙәренән арындыра, ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөүгә лә булышлыҡ итә, организмдан ағыулы матдәләрҙе сығара, иммунитетты нығыта. Һау-сәләмәт булайыҡ», — ти аш-һыу оҫтаһы.
Буҙа яһар өсөн өс литр һыуға ярты литрлы банка менән әҙер һоло ярмаһы (геркулес) һалып, талғын утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатырға. Төбө көйөп китмәһен өсөн яҡшылап болғатып торорға кәрәк. Бер аҙ һыуынғас, иләк аша яҡшылап һөҙөп, ҡымыҙ һалырға (шәкәр ҡушмаҫҡа) һәм ҡуйы ҡаймаҡ хәлендәге массаны тағын да йылы урынға ҡуйып алырға. Буҙа бер нисә сәғәттән әҙер булып, күпереп сыҡҡас, һалҡынса урынға ҡуйырға. Икенсе тапҡыр эшләр өсөн сүпрә ҡалдырырға онотмағыҙ.