Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Ғинуар 2018, 12:38

Рәсәй Президентын һайлауға кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү тамамланды

8 ғинуарҙа Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президентын һайлауға үҙ-үҙҙәрен күрһәтеүсе кандидаттарҙан документтар ҡабул итеүҙе тамамланы. Һайлау алды кампанияһы башланғандан алып Рәсәй Үҙәк һайлау кампанияһына Президент һайлауҙарына үҙ кандидатураһын күрһәтергә булған 46 граждандан белдереү ҡағыҙы бирелде. Ә ҡарау өсөн документтарын 15 кеше генә бирҙе. Алдан Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы үҙ-үҙен күрһәткән өс кандидат: Владимир Михайлов, Владимир Путин һәм Александр Чухлебовты хуплаусы һайлаусылар төркөмдәрен теркәгәйне.

Үҙәк һайлау комиссияһында аңлатыуҙарынса, документтарға мотлаҡ тикшереү үткәргәндән һуң, сит дәүләттә тороу ҡағыҙы (вид на жительство) барлығы асыҡланды. Быға бәйле Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Юғары Судына Чухлебовты хуплаусы һайлаусылар төркөмөнә ҡарата административ дәғүә ғаризаһы бирҙе. Рәсәй Федерацияһының Юғары Суды тарафынан 2018 йылдың 5 ғинуарында Үҙәк һайлау комиссияһының Чухлебовты хуплаусы һайлаусылар төркөмөн теркәү тураһындағы ҡарары ғәмәлдән сығарылды.

Бынан тыш, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы үҙ кандидатураларын үҙҙәре күрһәтеүсе ете дәғүәсене хуплау өсөн төҙөлгән һайлаусылар төркөмөн теркәүҙе кире ҡаҡты.

РФ Үҙәк һайлау комиссияһына Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауҙарына күрһәтеү сиктәрендә 2018 йылдың 6 һәм 7 ғинуарында ҡабул ителгән барлыҡ документтар ҙа закон талаптарына тура килгәнлеккә мотлаҡ тикшереү үтәсәк.

Әлеге ваҡытта В.В. Михайлов һәм В.В. Путин кандидаттарҙың махсус һайлау иҫәптәрен асты һәм киң мәғлүмәт сараларынан тыш, һайлау кампанияһы сиктәрендә агитация алып барырға хоҡуҡлы.

Кандидаттар һайлау фондын булдырыу өсөн махсус иҫәп асҡандан һуң, үҙҙәрен хуплаусы кешеләрҙең ҡултамғаларын йыя башлай. Үҙ-үҙҙәрен күрһәткән кандидаттарға кәмендә 300 мең һайлаусы ҡултамғаһын йыйырға кәрәк.

Рәсәй Президентын һайлауҙа үҙ-үҙҙәрен күрһәтеү тәртибендә ҡатнашырға теләүсе граждандарҙан был хаҡта белдереү ҡағыҙҙарынан тыш, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына сәйәси партияларҙан кандидаттар күрһәтеүгә бәйле саралар үткәрелеүе тураһында 21 белдереү ҡағыҙы бирелде.

«Башинформ»дан.
Читайте нас