Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Ғинуар 2018, 13:00

Оло хөрмәткә лайыҡ Ирина Талипова күркәм холҡо, матур эштәре менән һоҡландыра

Ирина Нәүфәл ҡыҙы күп милләтле Бөрө ҡалаһында бәләкәйҙән русса аралашһа, өйҙә туған телдең нескәлеген ишетеп үҫә. Бөтә ерҙә лә башҡорт телендә улар һөйләшкәнсә генә һөйләшәләр тип уйлаған ҡыҙ, үҫә төшкәс, төньяҡ-көнбайыш диалекттың әҙәби телдән байтаҡ айырылғанын төшөнә. Йәмәғәт эштәре менән Өфөгә барғанда айырыуса һиҙелә.

Ирина Нәүфәл ҡыҙы күп милләтле Бөрө ҡалаһында бәләкәйҙән русса аралашһа, өйҙә туған телдең нескәлеген ишетеп үҫә. Бөтә ерҙә лә башҡорт телендә улар һөйләшкәнсә генә һөйләшәләр тип уйлаған ҡыҙ, үҫә төшкәс, төньяҡ-көнбайыш диалекттың әҙәби телдән байтаҡ айырылғанын төшөнә. Йәмәғәт эштәре менән Өфөгә барғанда айырыуса һиҙелә.

1962 йылда атаһы Нәүфәл Ғәфлей улы менән әсәһе Нәзирә Сәхип ҡыҙы ҡаланы үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индереү өсөн Бөрөгә килә. Төҙөлөш эштәре буйынса инженер Нәүфәл Нәжмиев дауахана, мәктәптәр һәм йорттар төҙөүҙә ҡатнаша. Емертеп эшләп йөрөгәндә, 43 йәшендә генә, вафат була. Дәүләт банкы системаһында эшләгән әсәһе лә ғүмеренең иң матур мәлендә баҡый донъяға күсә. Ирина Нәүфәл ҡыҙы үҙенән ете йәшкә кесе ҡустыһы Рөстәм менән ҡала. «Ярай әле икәү булғанбыҙ, шуға һөйөнәбеҙ. Ҡатнашып, аралашып йәшәйбеҙ. Ул да Бөрөлә төпләнеп, үҙенең шәхси эшен асты», – ти Ирина Нәүфәл ҡыҙы.

Ҡаланың 5-се мәктәбен тамамлағандан һуң ул Бөрө дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә. Диплом алғас, юғары уҡыу йортонда өлкән лаборант булып хеҙмәт юлын башлай. Үҙ аллы тормошта байтаҡ һынау үткән, киләсәккә ышаныс менән атлаған маҡсатлы ҡыҙҙың ниәте уҡыуын аспирантурала дауам итеү һәм юғары уҡыу йортонда эшләү була. Ләкин бәләкәйҙән йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ Иринаны мәҙәниәт йүнәлеше нығыраҡ ылыҡтыра. Саҡырыу ҙа булғас, 1986 йылдан Бөрө ҡалаһы Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эш башлай. 1998–2016 йылдарҙа Бөрө районы һәм ҡалаһы хакимиәтендә мәҙәниәт идаралығының баш белгесе вазифаһын башҡара.

Хеҙмәттәштәре Ирина Нәүфәл ҡыҙын үҙ эшен яратҡан оҫта ойоштороусы, яҡшы белгес булараҡ хөрмәт итә. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ генә хәл итеп ебәреү ҙә уның булмышында. 30 йыл юғары вазифаларҙа эшләгән Ирина Талипова башланғысы менән ҡалала һәм районда байтаҡ эштәр башҡарылды. Айырыуса мәҙәни-ағартыу эшен үҫтереүгә һәм уны камиллаштырыуға ҙур әһәмиәт бирҙе. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ҡарата район һәм республика сараларын үткәреүгә ҙур көс һалды. Уның тырышлығы менән Бөрө районы «Иң яҡшы тематик концерт» номинацияһында 1-се, «Иң яҡшы сценарий барышы» номинацияһында 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Районда «Мәңгелек ут символын күрһәтеү» номинацияһында 2-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Республика кимәлендә үткәрелгән «Керәшен һыуыҡтары» эстрада йыр-бейеү конкурсында, «Бөрө алмаһы» фольклор фестивалендә йә сценарий авторы, йә жюри ағзаһы булып ҡатнашып тора.

Ирина Талипова күп милләтле халыҡтың мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса һәр ваҡыт яңы идеялар менән яна. Тап уның тырышлығы һөҙөмтәһендә вокаль ансамблгә “халыҡ” исеме бирелде. Ҡала һәм район мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыу өсөн республика һәм федераль программаларҙа ҡатнашты, документтар әҙерләне. Гранттар ауыл мәҙәниәт йорттары базаһын нығытыуға йүнәлтелде. Федераль программа нигеҙендә Ә. Бәширов исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе музыка ҡоралдары менән тәьмин ителде.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бөрө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең мәҙәниәт эштәре буйынса урынбаҫары, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесенең уң ҡулы ул.

Бөгөн китапхана директоры вазифаһын башҡарған Ирина Нәүфәл ҡыҙының тылы ла ныҡ. Тормош иптәше Артур Талипов абруйлы табиптар ғаиләһенән. Ул Бөрө урман хужалығында инженер булып эшләй. Өлкән улдары Марат Өфө дәүләт аграр университетын тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Хәҙер үҙе уҡыған юғары уҡыу йортонда ғәмәли технология буйынса студенттарға белем бирә. Кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй. Кесе улдары Динар Өфө дәүләт авиация университетын тамамлап, Роснефть системаһында хеҙмәт юлын башлаған. Хәҙер Бөрө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

Бына шундай эшһөйәр, халҡы өсөн борсолған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булғанда милләтебеҙ яҙмышы ышаныслы, киләсәге яҡты булыр.

Ғәлиә Ғәниева.


Читайте нас