Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Ғинуар 2018, 12:49

Өфө – һөткә хаҡтар буйынса иң ҡиммәт ҡала

Өфө ҡайнатылмаған пастеризацияланған һөткә хаҡтар буйынса республиканың иң ҡиммәт ҡалаһы тип танылды, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Өфө ҡайнатылмаған пастеризацияланған һөткә хаҡтар буйынса республиканың иң ҡиммәт ҡалаһы тип танылды, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Статистика хеҙмәткәрҙәренең мәғлүмәттәре буйынса, декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында 2,5-3,2 процент ҡуйылыҡтағы бер литр һөттөң уртаса хаҡы 48,56 һумға еткән.

Стәрлетамаҡта һөт Өфөләгенән бер һумға осһоҙораҡ – 47,49 һум.

Унан һуң Сибай килә, бында йәшәүселәргә һөттөң бер литры 46,25 һумға төшә.

Иң осһоҙ һөт Нефтекамала – бер литры уртаса 44,21 һум.

Дөйөм алғанда, республика буйынса йыл аҙағында пастеризацияланған һөттөң бер литры уртаса 47,47 һум тәшкил иткән. 2017 йылдың ғинуар айында төбәктә ҡайнатылмаған пастеризацияланғат һөттө уртаса 45,41 һумға һатып алырға мөмкин ине.

«Башинформ»дан.

Читайте нас