Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Ғинуар 2018, 06:03

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Республика перинаталь үҙәген етәкләй

Өфөлә 2018 йылдың 1 ғинуарында баш ҡаланың 4-се бала табыу йорто менән берләштерелгән Республика перинаталь үҙәгенең баш табибы итеп Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Нәзир Минһажев тәғәйенләнде.

Өфөлә 2018 йылдың 1 ғинуарында баш ҡаланың 4-се бала табыу йорто менән берләштерелгән Республика перинаталь үҙәгенең баш табибы итеп Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Нәзир Минһажев тәғәйенләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа республикала сабыйҙар һәм бер йәшкәсә балаларҙың үлемен кәметеү бурысы тулы күләмдә хәл ителмәүен билдәләгәйне.

Белешмә. Нәзир Нәсил улы Минһажев 1970 йылдың 26 октябрендә Шишмәлә тыуған. 1993 йылда Башҡорт медицина институтының дауалау факультетын тамамлаған. 2005-2006 йылдарҙа Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһында «Иҡтисад һәм предприятие менән идара итеү» йүнәлеше буйынса белем алған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Бәләбәйҙәге бала табыу йортонда акушер-гинеколог булып башлай. Артабан үҙәк ҡала дауаханаһында гинекология бүлексәһе мөдире, баш табиптың ойоштороу-методик эш буйынса урынбаҫары була.

2000 йылдан Дудинка ҡалаһындағы Таймыр территориаль медицина бүлексәһенең ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушер-гинеколог булып эшләй. 2002-2006 йылдарҙа — Таймыр бала табыу йортонда баш табип. Һуңынан 2008 йылға тиклем Таймыр Долган-Ненец муниципаль районының һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы вазифаһын биләй.

2008 йылда Өфөләге 1-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушер-гинеколог булып эшләүен дауам итә. 2009-2010 йылдарҙа — ҡала һаулыҡ һаҡлау идаралығының баш белгесе.

2011 йылдан Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында сәләмәтлекте һәм әсәлекте һаҡлау бүлеген етәкләй. 2013-2016 йылдарҙа — Башҡортостан Хөкүмәтендәге социаль сәйәсәт департаментының һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире. 2016 йылдың декабренән әлеге мәлгә тиклем Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары була.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Почет грамотаһы һәм «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән.

«Башинформ»дан.

Читайте нас