Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Ғинуар 2018, 13:22

Йорт алдында — әкиәт донъяһы

Балтас районы Мишкә ауылында йәшәүсе Демильян Ирбулдин йорт алдына ҡарҙан 16 һын эшләп, уларҙы буяп-биҙәп, балалар өсөн тау өйөп ҡуйған. Тәбиғәттән бирелгән рәссам һәләтен ҡулланып, тирә-яғында йәшәүселәргә, кескәйҙәргә шатлыҡ бүләк иткән ауыл оҫтаһы.

Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыуға Ирбулдиндарҙың әкиәт илендә “күңелле”. Яңғыҙ түгел Яңы йыл байрамы хужалары. Уҙған йыл символы — Әтәс, яңыһыныҡы — Эт. Уларҙың һындары менән генә сикләнмәгән оҫта. Балалар өсөн тау ҙа өйөлгән, мейес башында Иванушка-дурачок гармунын “уйнап ултыра”. Улар менән бергә Ат, Болан, Ҡыр кәзәһе, Ҡуян, Маймыл, Тейен һәм башҡа әкиәт геройҙары “байрам итә”.

Флүрә һәм Демильян Ирбулдиндар — күп балалы ғаилә. Әммә был әкиәт донъяһын ғаилә башлығы кескәй балаларына эшләгән, тип яңылышмағыҙ. Лидия, Леонид, Максим һәм Артур үҫеп бәлиғ булғандар инде. Әммә ауылда магазинда эшләүсе Флүрә лә, Себер яҡтарында вахта ысулы менән хеҙмәт һалыусы Демильян да балаларҙы яратыу, улар өсөн матурлыҡ һәм мөғжизә тыуҙырыу сифаттарын юғалтмаған.

“Улар йыл һайын ҡарҙан һындар эшләп, ауыл халҡының күңелен күтәрә. Матурлыҡ әллә ҡайҙан күренеп тора, ауылды йәмләй. Ә 2018 йылды ҡаршы алғанда Демильян “рекорд ҡуйҙы!” — ти Яланғас ауыл Советы биләмәһе башлығы Рәсих Ғафурйәнов.

Дөрөҫ, рекордтан башлайыҡ әле Яңы йылды!
Читайте нас