Рәсәйҙәге иң ҙур еңел автомобилдәр етештереүсе «АвтоВАЗ» предприятиеһы 2018 йылдың башынан продукцияға хаҡтарҙы арттырҙы. Был турала ТАСС агентлығы автоконцерн матбуғат хеҙмәтенә һылтанып хәбәр итә. Хаҡтар уртаса 2,5 процентҡа күтәрелгән һәм бөтә автомобилдәргә лә ҡағылған.
«Ихтыяждың кәмеүен фараз итмәйбеҙ, сөнки бөтә етештереүселәр ҙә ғәҙәтәгесә яңы йылда сыҡҡан автомобилдәргә хаҡтарҙы арттыра, хаҡ конкуренцияһында юғалтмайбыҙ», — тип автоконцерн вәкиле телмәренән өҙөмтә килтерә агентлыҡ.
2017 йылдың башында «АвтоВАЗ» шулай уҡ Lada автомобилдәренә хаҡтарҙы арттырҙы. Бөтә модель рәте буйынса хаҡтарҙың артыуы 1,5-3 процент тәшкил иткәйне.