Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Декабрь 2017, 10:55

Өфөлә аэропортҡа илткән юлда ер өҫтө үткәүеле асылды

Өфөлә Ырымбур трассаһында «Спутник» биҫтәһе янында йәйәүлеләр үткәүеле асылды. Урындағы халыҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа был ерҙә юл аша хәүефһеҙ үтеү өсөн ҡоролма төҙөү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Йәйәүлеләр күперенең оҙонлоғо — 48 метр, ул лифттар менән йыһазландырылған, өҫтө поликарбонат менән ябылған. Трассаның ике яғында ла «Өфө-Аэропорт» автомобиль юлында туҡталыштарҙың берҙәм концепцияһына ярашлы туҡталыш павильондары ҡуйылған.
Йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүеле «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль өҫтөнлөклө программаһы сиктәрендә төҙөлгән тағы ла бер объект, тип хәтергә төшөрҙөләр Башҡортостандың Транспорт буйынса дәүләт комитетында.
2017 йылда проект программаһына 87 объект инде, уларҙан 36 юл участкаһы һәм 51 юл хәрәкәтен ойоштороу объекты: юл билдәләре, фото һәм видео теркәү камералары, светофорҙар, барьер, тротуар һәм йәйәүлеләр өсөн ҡойма ҡуйыу.
«Башинформ»дан.

Читайте нас