Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Декабрь 2017, 11:56

Балаларға Яңы йыл бүләге

Байҡыбаш ауылында яңыртылғандан һуң балалар баҡсаһы асылды Яңы йыл — үҙенсәлекле, мөғжизәле байрам. Байҡыбаштар бының шулай булыуына тағы ла бер тапҡыр инанды. Балалар һәм ата-әсәләр күптән көткән бүләк алды: ауылда яңыртылғандан һуң балалар баҡсаһы асылды. Хәҙер мәктәпкәсә йәштәге 38 баланың икенсе өйҙәре барлыҡҡа килде.

Байҡыбаш ауылында яңыртылғандан һуң балалар баҡсаһы асылды

Яңы йыл — үҙенсәлекле, мөғжизәле байрам. Байҡыбаштар бының шулай булыуына тағы ла бер тапҡыр инанды. Балалар һәм ата-әсәләр күптән көткән бүләк алды: ауылда яңыртылғандан һуң балалар баҡсаһы асылды. Хәҙер мәктәпкәсә йәштәге 38 баланың икенсе өйҙәре барлыҡҡа килде.

Тантанала район хакимиәте башлығы И. Ғарифуллин, уның урынбаҫарҙары Р. Дәүлиев, Р. Вәлинуров, мәғариф бүлеге начальнигы К. Солтанов, уның урынбаҫары З. Нәжметдинова, Байҡыбаш ауыл биләмәһе башлығы И. Шакиров һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Яңыртылған мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы әллә ҡайҙан күренеп, балҡып ултыра. Унда матур, йылы, уңайлы һәм заманса. Капиталь ремонт ваҡытында бихисап эштәр башҡарылған. “БашГарантСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подрядсылары бинаны танымаҫлыҡ итеп үҙгәртте. Түбә тулыһынса алмаштырылды, тышҡы яҡтан стена йылытылып, металл сайдинг менән тышланды, иҙән (ике төркөмдә һәм санузелда йылытылды), бүлкәләр, йылылыҡ системаһы, һыу үткәргес селтәре эшләнде, пластик тәҙрәләр ҡуйылды. Объектта төҙөлөш-монтажлау эштәренең дөйөм хаҡы 10 миллион һум тәшкил итте, улар Социаль маҡсатлы программалар фондынан бүленгән.

Бына күптән көтөлгән мәл етте. Ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы район хакимиәте башлығы И. Ғарифуллин менән “БашГарантСтрой” йәмғиәтенең баш инженеры Р. Сәлиховҡа (Өфө ҡалаһы) бирелде. Балалар баҡсаһы мөдире Г. Хәйретдиноваға символик асҡысты тантаналы тапшырғандан һуң, бөтәһе лә бина буйынса экскурсияға саҡырылды. Ҡунаҡтар заманса нормаларға һәм талаптарға ярашлы эшләнгән бүлмәләрҙе ҡараны, ауыл халҡын мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм сабыйҙарға ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф теләне.

Район етәкселегенә, балалар баҡсаһын яңыртыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәре менән ата-әсәләр исеменән Г. Пастухова мөрәжәғәт итте. Әлбиттә, был көндө бүләктәр ҙә булды. Уларҙы “Уфалеспром” һәм “БашГарантСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре тапшырҙы.

— Был көндө беҙ түҙемһеҙлек менән көттөк. Балалар яңынан баҡсаға йөрөй башлауҙарына бик шат. Бигерәк тә ата-әсәләр һәм хеҙмәткәрҙәр — 30 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған тәрбиәселәр З. Ғәлиханова һәм Н. Ғәлиева, З. Фәтхиева, тәрбиәсе ярҙамсылары Ф. Сәйетова, Л. Харисова, ашнаҡсы З. Суфиәхмәтова ҡыуанды, — ти балалар баҡсаһы мөдире Г. Хәйретдинова.

З. Зарипова.
Читайте нас