Тырыш хеҙмәте хөрмәтле һәм абруйлы иткән
Арабыҙҙа матур тормош юлы үтеп, фиҙаҡәр хеҙмәте менән күптәрҙең абруйын, хѳрмәтен яулаған кешеләр булыуы һәр саҡта ла һоҡланыу уята. Ундайҙар ҡартлығын да үҙ баһаһын белеп, лайыҡлы үткәрә. Солтанбәк ауылында йәшәүсе Мөсәүирә Имаева нәҡ шундай кешеләрҙең береһе.
Мөсәүирә Вәли ҡыҙы 40 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы. Ул ысын педагогтарға хас булған сифаттары — тәрән белемле, яҡшы ойоштороусы, итәғәтле, ябай, кешеләргә һәр саҡ иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсыл булыуы менән хеҙмәттәштәре һәм ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанды. Үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ һәм намыҫ менән башҡарыуы һөҙөмтәһендә коллективта уртаҡ тел табып, тырышып, бар күңелен, оҫталығын һалып эшләне. Солтанбәк мәктәбе директорының уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булған сағында уҡытыусылар коллективын маҡсатлы эшкә туплау, уҡытыу-тәрбиә эшенең сифатын күтәреү, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу, ата-әсәләр менән эшләү кеүек бурыстар ҙа ята уның иңенә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та мәктәп менән бәйләнеште ѳҙмәй: асыҡ дәрестәрҙә ҡатнаша, тѳрлѳ байрам сараларына, осрашыуҙарға саҡыралар үҙен.
Мөсәүирә Вәли ҡыҙы тынғыһыҙ мәктәп тормошонда ҡайнап эшләүсе уҡытыусы булһа, өйҙә алтын ҡуллы хужабикә, тормош иптәше өсөн ышаныслы терәк, хәстәрлекле әсә һәм наҙлы өләсәй. Фәйзелғаян Васби улы менән 1970 йылда татыу ғаилә ҡоралар. Өс ул һәм ике ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығаралар. Бөгөн уларҙың һәр береһе үҙ ғаиләһен ҡороп, балалар үҫтерә. Бәхетле өләсәй менән олатай 13 ейән-ейәнсәрен һөйөп ҡыуана.
Мөсәүирә Вәли ҡыҙы матурлыҡҡа ғашиҡ изге йән ул. Береһенән-береһе матур гөл-сәскәләр үҫтерә. Баҡсаһында емеш-еләк, йәшелсәләр ҙә ишелеп уңа. Элегерәк күҙ яуын алырлыҡ салфеткалар, кофталар, шәлдәр ҙә бәйләй торғайны. Хәҙер ҙә йөрәк йылыһын һалып ойоҡбаш-бейәләйҙәр, төрләндереп башмаҡтар бәйләй.
Бынан бер-нисә йыл элек Мөсәүирә Имаева, күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, дин юлына баҫты. Ҡубияҙ ауылындағы мәҙрәсәлә Әнфисә мөғәллимә етәкселегендә ғәрәп алфавитын өйрәнеп, Ҡөрьән Кәримде уҡыу серҙәренә төшөндө. Хәҙер биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, ислам дине ҡушҡанды үтәп, дини сараларҙа әүҙем ҡатнашып ғүмер итә. Изге йѳрәкле ағинәй һәр саҡ илгә - тыныслыҡ, кешеләргә - изгелек, һаулыҡ, иман байлығы теләп тора. Мәүлит айын да ауылдаштары менән бик фәһемле үткәрҙеләр. Мәүлит мәжлестәренә йыйылып, аяттар, мөнәжәттәр уҡып, вәғәздәр һөйләнеләр.
Бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған мәғариф ветераны ошо кѳндәрҙә 70 йәшен ҡаршылай. Беҙ ҙә уға һаулыҡ, оҙон ғүмер, юлында һәр саҡ изгелектәр осрап тороуын теләйбеҙ.
40 йыл белем биреүгә бағышланған ғүмер... Был ваҡыт эсендә сәстәрҙе ағартыр хәсрәттәре лә, иңдәрҙе баҫыр ауырлыҡтары ла, борсолоуҙары ла аҙ булмағандыр. Әммә һөнәргә тоғролоҡ, милләтебеҙҙең йәш быуынын белемле итеүгә ҡоролған яҡты маҡсаттарға ынтылыш, хеҙмәтеңдең емештәрен күреү — бар ауырлыҡтарҙан өҫтөнөрәк. Бөгөн күптәр Мөсәүирә Вәли ҡыҙын ысын уҡытыусы итеп хөрмәтләй икән, тимәк хеҙмәттә үткән йылдар бушҡа китмәгән. Ә хеҙмәтеңдән йәм табып йәшәү — үҙе ҙур бәхет ул.