Федерация Советы әсәлек капиталы программаһын 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтҡан законды хупланы. «Известия» гәзите мәғлүмәте буйынса, документ әсәлек капиталын мәктәпкәсә белем биреү сиктәрендә мәғариф программаларына түләүгә йүнәлтеүҙе, ипотека өсөн тәүге иғәнә булараҡ файҙаланыуҙы йәки уның менән торлаҡ буйынса башҡа кредиттарҙы ҡаплауҙы күҙ уңында тота. Быны балаға өс йәш тулғансы эшләргә мөмкин.
Дәүләт ярҙамына беренсе бала тыуғандан һуң өс йыл үткәс икенсе, өсөнсө йәки артабанғы балалары донъяға килгән ғаиләләр дәғүә итә ала.
Закон Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан парламенттың түбәнге палатаһына индерелгән. Уның фекеренсә, әсәлек капиталы балалар табыу өсөн һәйбәт стимул булды.
Программа 2018 йылдың декабрь аҙағында тамамланырға тейеш ине.