Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Декабрь 2017, 08:57

Ҡаҙ өмәһе — ауыл биҙәге

Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында ҡаҙ үҫтереп, уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы өмәгә йыйған Шәйҙуллиндарҙың ихатаһында көнө буйы күңелле мәшәҡәт тынманы. Уңған ғаилә ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.

Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында ҡаҙ үҫтереп, уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы өмәгә йыйған Шәйҙуллиндарҙың ихатаһында көнө буйы күңелле мәшәҡәт тынманы. Уңған ғаилә ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.

Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Илфак Арсланов тормош иптәше Розалия менән, Рүзилә Аллаярова, Ләйсән Камилйәнова менән уңған хужабикәләр Фәнзилә Ғарипова, Флүзә Әмәтова барлыҡ йолаларҙы үтәп йолҡто ҡаҙҙарҙы. Бар эшкә лә оҫта, тәжрибәле Флүзә апай йәшерәктәргә эш тәртибен аңлатып, күрһәтеп торҙо. Ҡаурый һибеү, ҡаҙ йыуыу, мендәр тултырыу кеүек ғөрөф-ғәҙәттәрҙең ҡиммәте, асылы тураһында ла һөйләне. Һүҙ ыңғайында һәр кем ҡаҙға бәйле ҡыҙыҡ хәлдәрҙе, бала саҡта бәпкә көтөүҙәре тураһындағы хәтирәләрен иҫкә төшөрөп, көлөшөп тә алдылар. Ҡаҙҙарҙы йолҡоп, эс-ҡарынын алғас, гармун уйнап, йырҙар йырлап йылғаға түшкәләрҙе сайҡарға төштө. Киләһе йылда ла ҡаҙҙарыбыҙ ишле, ил-көндәр имен, бәрәкәтле булһын тип, ҡаурыйҙарҙы һуҡмаҡ ситенә һибеп барыу ҙа электән ҡалған матур ғәҙәт. Йылғала боҙло һыуҙа сайҡалған ҡаҙҙарҙың ите тәмле һәм йомшаҡ була, тиҙәр халыҡта.

Өмәселәр йылғанан ҡайтыуға уңған хужабикә Эльвира Әмир ҡыҙы мул табын әҙерләгәйне. Бергәләп милли ризыҡтарыбыҙҙан ауыҙ итеп, уңған хужаларға матур байрам өсөн рәхмәт әйтеп, киләһе йылда ла ҡаҙҙары күп булыуын, үҙҙәренә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәрәкәт теләп таралышты.
Читайте нас