Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Декабрь 2017, 12:15

Урмияҙ ағинәйҙәре әкиәт әҙерләп күрһәтте

Балаларға туған телде белеүҙең мөһимлеген аңлатыу, туған телдә матур итеп аралашырға өйрәтеү маҡсатында Асҡын районы Урмияҙ ауылы «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошмаһы матур сара әҙерләне.

Балаларға туған телде белеүҙең мөһимлеген аңлатыу, туған телдә матур итеп аралашырға өйрәтеү маҡсатында Асҡын районы Урмияҙ ауылы «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошмаһы матур сара әҙерләне. Тамашасылар итеп мәктәп уҡыусыларын, «Йәйғор» балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөн саҡырҙыҡ. Тәүҙә Сәрүәр Суринаның «Кем көслө?» әкиәте буйынса ҡурсаҡ театры тамашаһы күрһәтелде. Уны ағинәйҙәр менән уҡыусылар әҙерләне. Башҡорт телендә сәхнәләштерелгән әкиәтте ҡуйыуҙа айырыуса хаҡлы ялдағы уҡытыусы Эльвира Суфиярова менән ауыл китапханаһы мөдире Рита Әүхәҙиева күп көс һалды. Уҡыусыларҙан 4-се кластан Ризәлә Хәбибова, Азалия Хәбибуллина, Аделина Мәхийәнова, Азалина Ғәбдрәшитова, Алина Ғәлләмова, Азалия Дихина, 6-сыларҙан Гөлназ Йәрмөхәмәтова, Гөлшат Мөхәмәтдинова, Аделина Мортазина, 8-селәрҙән Алһыу Хәсәнова, Илена Ғиниәтуллина, Әлмирә Әүдиәрова ихлас ҡатнашты. Ҡурсаҡтарҙы улар өлкәндәр менән бергә текте. Донъяла иң көслөһө кеше булыуын һәм был көс тик яҡшы эштәргә генә йүнәлтелергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған әкиәт барыһына ла оҡшаны. Һуңынан ағинәйҙәр етәксеһе ошо юлдар авторы Сәлимә Әбүбәкерова туған телдең әһәмиәте, мөһимлеге тураһында һөйләне. Каникул ваҡытында әкиәтте башланғыс класс уҡыусыларына ла күрһәтергә уйлайбыҙ.

Сәлимә Әбүбәкерова, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Читайте нас