Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
26 Декабрь 2017, 09:41

Өфөлә бушлай экскурсия автобустары һәм метробустар нисек йөрөйәсәк

Яңы йыл каникулдарында Өфөлә боҙ ҡаласыҡтары буйлап теләүселәрҙе бушлай йөрөткән экскурсия маршруттары һәм метробустар хәрәкәте эше ойошторолған.

Яңы йыл каникулдарында Өфөлә боҙ ҡаласыҡтары буйлап теләүселәрҙе бушлай йөрөткән экскурсия маршруттары һәм метробустар хәрәкәте эше ойошторолған.

Экскурсия автобустары хәрәкәте Конгресс-холдан башлана һәм шунда тамамлана:

30 декабрҙә экскурсия – көндөҙгө 3-тә, 1 ғинуарҙа – көндөҙгө 3-тә, 2-8 ғинуарҙа иртәнге 12-лә һәм көндөҙгө 3-тә башлана.

Экскурсияла аңлатып йөрөүсе кеше эшләй.

Метробустар хәрәкәте «Ленин исемендәге майҙан»дан («Ҡала советы») башлана һәм шунда тамамлана. Метробустар ике йүнәлештә йөрөй – ҡаланың көньяҡ һәм төньяҡ өлөшөнә. Көньяҡ һәм Төньяҡ ҡулсалары бер иш.

29 декабрҙә – иртәнге 12-нән 5-кә тиклем

30 декабрҙә – иртәнге 12-нән 9-ға тиклем

31 декабрҙә – иртәнге 12-нән 5-кә тиклем

1 ғинуарҙа – киске 6-нан 9-ға тиклем

2-8 ғинуарҙа – иртәнге 12-нән 9-ға тиклем.

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты ойошторған тағы бер бушлай хеҙмәт – «Ватан» этнопаркындағы ҡунаҡ тирмәһендә Ҡыш бабай ҡабул итә.

Республикала яңы йылда күңел асыу саралары тураһында тулыраҡ юртадедамороза.рф сайтында белергә мөмкин.

«Башинформ»дан.

Читайте нас