“Ғаилә” пансионатында йәшәгән бабай һәм әбейҙәр өсөн концерт программаһы әҙерләнде. Олеся Мусалина, Рәүиә Саматова, Ирина Аликаева, Марсель Сәлимов моңло йырҙар башҡарһа, Лада Шәйәхмәтова, Василий Ҡотломәтов дәртле бейеүҙәре менән һоҡландырҙы. Ололарҙы байрам менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лариса Александрова, ветерандар советы рәйесе Юлия Балахина тәбрикләне. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ололарға бүләктәр, күстәнәстәр таратты, ә сиған ҡыҙы һәр береһенә Яңы йылда бәхет һәм сәләмәтлек юраны.
Яҡын кешеләре булмағандарға, мохтаждарға шатлыҡ бүләк итәйек, иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡалдырмайыҡ. Бының өсөн күп аҡса ла кәрәкмәй бит, ә бер ни тиклем буш ваҡыт һәм асыҡ, изге күңелле булыу ҙа етә.