Өфөлә бер ҡыҙ Ағиҙел аша «иҫке» автомобиль күперенән һикереп һәләк булды. Был хаҡта, социаль селтәргә һылтанып, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итте. Ғәҙәттән тыш хәл 23 декабрҙә теркәлде һәм ҡаланан сыҡҡанда барлыҡҡа килгән ҙур тығынға сәбәпсе булды.
«Көндөң тәүге яртыһында ҡала яғына үтеп киттек. Йән өшөткөс хәл – күпер кәртәһендә әллә тун, әллә пальто эленгән, тиҙ ярҙам машинаһы табиптары күперҙән йылғаға ҡарай», «Көндөҙгө 1-се 20 минутта үтеп киткәндә күперҙә реанимация һәм юл-патруль хеҙмәте тора, барыһы ла күперҙән аҫҡа, йылғаға ҡарай ине»,— тип яҙҙы социаль селтәрҙә был хәлдең шаһиттары.