Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан 10 йәшлек Ләйсән Золоторева «Зәңгәр ҡош» телепроекты тамашасыларын һәм жюриҙы хайран ҡалдырыуын дауам итә. Был юлы «оркестр-ҡыҙ» шоу финалында Рәсәйҙең халыҡ артисы Евгений Миронов менән бергә сығыш яһаны. Артистар бергәләп Александр Пушкиндың әҫәрҙәрен һөйләне.
Жюри Ләйсән Золотореваға йылы һүҙҙәрен йәлләмәне, ә алып барыусы Дарья Златопольская Башҡортостан артисына гитара бүләк итте — яҡташыбыҙ был көндө үҙенең 10 йәшен билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан «оркестр-ҡыҙ» «Урал-Батыр» эпосынан өҙөк уҡып ишеттерҙе һәм бер нисә музыка ҡоралында, шул иҫәптән ҡурайҙа уйнап күрһәтте.