«Быйыл ҡатнашыусылар араһында Камчатка крайы, Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Мурманск өлкәһе командалары бар. Командаларҙың старт протоколы уҙған ярыштарҙа төҙөлгән Рәсәй Кубогының команда иҫәбе рейтингына ярашлы ҡуйыла. Әлеге ваҡытта Кубоктың команда иҫәбендә Мәскәү йыйылмаһы алда бара», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.