– Проект бар. Баштан уҡ әйтәм, ул ҡиммәт – 6 миллиард һумға яҡын. Төҙөлөштөң хаҡы 2 миллиард һумдан кәмерәк, ҡалғандары – үтә заманса, юғары технологиялы ҡорамалдар, улар кардиология һәм ҡан тамырҙары хирургияһы өлкәһендәге теләһә ниндәй бурыстарҙы атҡарып сығырға мөмкинлек бирә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә мөмкинлектәребеҙҙе баһалап, ошо объектты төҙөй башларға кәрәк. Ул кәрәкле, мөһим. Республикала үлем осраҡтарының яртыһы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән бәйле булыуын беләбеҙ. Әгәр төҙөмәһәк, хәл үҙгәрмәйәсәк. Ахыр сиктә, кешеләрҙең һаулығы мөһимерәк. Халыҡтың сәләмәтлеге – иң ҙур ҡиммәт.