Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
22 Декабрь 2017, 07:01
2018 йылда ҡурай Башҡортостандың бренды сифатында теркәлеүе мөмкин
Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы — ҡурай — 2018 йылда төбәктең бренды булараҡ теркәлеүе ихтимал, тип һөйләне «Парламентская газета» баҫмаһына Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы — ҡурай — 2018 йылда төбәктең бренды булараҡ теркәлеүе ихтимал, тип һөйләне
«Парламентская газета»
баҫмаһына Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
Федерация Советы ҡарамағындағы Интеллектуаль милек мәсьәләләре буйынса совет ултырышы йомғаҡтарына ярашлы палата спикеры Валентина Матвиенко һәр сенаторға киләһе йылда урындағы брендтарҙы теркәү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Лилиә Ғүмәрова Башҡортостандағы милли музыка ҡоралы — ҡурай барлыҡҡа килгән урындың исемен теркәргә ниәтләй. Әлеге мәлдә төбәк брендтарынан Тула гармуны ғына Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағындағы халыҡ художество кәсептәре реестрына индерелгән, тип өҫтәне ул. Илдә башҡа ундай миҫалдар юҡ.
Ҡурайҙы ҡануни яҡтан географик атамаға беркетеү өсөн Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәткә мөрәжәғәт итер алдынан Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының һығымтаһын алырға кәрәк, тип асыҡлыҡ индерҙе парламентарий.
«Әле ведомство халыҡ художество кәсептәре менән генә шөғөлләнә. Шуға күрә ҡайһы бер нескәлектәрҙе яйға һалырға кәрәк. Ләкин беҙ һығымта алырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ», — тип Башҡортостандан сенаторҙың һүҙҙәрен килтерә баҫма.
«Башинформ»дан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"